Максим Скоков
Жизнь и творчество Зайнаб Бишевой на башкирском языке реферат
Помогите написать реферат на башкирском языке "Жизнь и творчество Зайнаб Бишевой"
Ответы:
Сестричка лисички
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе [1] Туйөмбәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала.
Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929—1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер» журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла.
1941 йылдан КПСС, 1949 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
1951 йылдан алып профессиональ яҙыусы.
1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.
Беренсе яҙған хикәйәһе 1930 йылда "Гөрләүектәр араһында"исеме менән "Октябрь" журналында сығарыла. 1942 йылда "Партизан малай" повесын баҫтыра. 60-лап китабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә. 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», "Ҡояш нимә тине", "Башаҡ",«Көнһылыу», «Гөльямал», «Сәйер кеше», "Өмөт бөрөләре", «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәбәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа. "Салауат монологы", "Имән" поэмалары авторы.
|
|